Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2021, 08:51

Медуниверситетта – симфоник оркестр

Ошо көндәрҙә Ҡырымда “Таврида. АРТ” фестивале үтте. Унда ҡатнашыусы БДМУ студенты 1,2 миллион һумға торошло грант отто.

Медуниверситетта – симфоник оркестрМедуниверситетта – симфоник оркестр
Медуниверситетта – симфоник оркестр

Руслан Хәбиров «Башҡорт дәүләт медицина университетының симфоник медицина оркестры» проектын ғәмәлгә ашырыуға грант алды.

Конкурсҡа барлығы 291 проект килгән. Баһалама ағзалары 67 еңеүсене һайлап алған. Дөйөм суммаһы 42 миллиондан ашыу грант тапшырылған. Еңеүселәр араһында БДМУ-ның педиатрия факультетында 5-се курста уҡыусы Руслан Хәбиров та бар. Әйткәндәй, симфоник оркестр университетта быйыл мартта ректор башланғысы менән барлыҡҡа килгән. Әле унда 60 кеше шөғөлләнә. Руслан яулаған грантҡа музыка ҡоралдары алырға, пациенттарға, балалар һәм ҡарттар йорттарында концерттар ҡуйыуҙы, музыка терапияһын ойошторорға ниәтләйҙәр.

 

Фото: “Башинформ”.

Медуниверситетта – симфоник оркестр
Медуниверситетта – симфоник оркестр
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас