

Өфөлә өс көн инде ике сабыйы менән юғалған Диана Шәрипованы эҙләйҙәр. Улы Данил - 2011, ә ҡыҙы Софья 2015 йылғы. Баш ҡалала йәшәгән берәй таныштарына туҡталғандыр, тип фаразлай ҡатындың яҡындары.
Диана Шәрипованың билдәләре: буйы 170 сантиметр, уртаса кәүҙәле, һоро сәсле (яурынына тиклем төшөп тора). Аҡ футболка, ҡара йәшел джинсы кейгән.
Ҡатынды һәм уның балаларын күреүселәр булһа, 279-39-02 и 237-19-60 телефон номерҙары буйынса хәбәр итеүегеҙ һорала.