Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Сентябрь 2021, 03:38

Ҡайһы бер ҡағиҙә ғаиләлә эшләмәй...

Бер ҡыҙ бала саҡтан шундай ҡағиҙәне хәтеренә һеңдергән: “Үҙеңә нисек мөғәмәлә итеү­ҙәрен теләйһең, һин дә кешегә шундай мөнәсәбәттә бул”. Ул был ҡағиҙәне тотҡан һәм һәр ваҡыт теләгәнен алған.

Мәле еткәс, ҡыҙ кейәүгә сыҡ­ҡан. Һәм... баяғы ҡағиҙә ниңәлер эшләүҙән туҡтаған. Үҙенә иғти­бар кәрәкһә, йәш ҡатын иренә төрлө һорау биреп, уның эштәре менән ҡыҙыҡһынған. Тегеһе үҙенең көнөн нисек үткәреүе тураһында шатланып һөйләгән, ә ҡатынынан бер нәмә лә һорашмаған. Һөйөклөһө, хәстәрлек көҫәп, ирен бәпләгән, көйөн күргән. Ир кәләшенең хәстәрлеген ҡыуанып ҡабул иткән, ә яуап итеп бер нәмә лә эшләмәгән.

Йәш ҡатын аптырап өләсәһенә барған. Оло ағинәй былай тип кәңәш биргән:

– “Үҙеңә нисек мөғәмәлә итеүҙәрен теләйһең, һин дә кешегә шундай мөнәсәбәттә бул” тигән ҡағиҙә ғаиләлә эшләмәй ул, балам. Сөнки ир менән ҡатын бер төрлө түгел. Уларҙың асылы айырыла. Ир ҡатындың теләктәрен үтәү өсөн яралтылған. Әгәр ҙә уға хәстәрлек күрһәтһәң, ул, ҡатын шулай теләй икән, тип уйлай һәм бының өсөн ҡатынға бар шартты булдыра. Ирең һинең уйыңды уҡый алмай, ул эшләгән эшеңде генә күрә һәм һөйләгән һүҙеңде генә ишетә. Шуға ла хәстәрлек һәм иғтибар теләһәң, уға был турала әйтергә кәрәк...

Айсын АҠБУЛАТОВА әҙерләне.

Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас