

Хоҡуҡ һаҡлаусылар хәбәр итеүенсә, ул өлкән йәштәгеләргә теш протезы эшләргә вәғәҙә иткән. Пенсионерҙар уға яҡынса 140 мең һум аҡсаһын тапшырған.
– Тик һуңғараҡ асыҡланыуынса, теш табибының импланттар эшләргә техник мөмкинселектәре булмауы асыҡлана. Ул алдан уҡ ололарға теш протездары эшләргә лә йыйынмаған. Йыйып алған аҡсаны үҙ мәнфәғәтендә ҡулланған, – тиҙәр прокуратурала.
Хәҙер йәш табип мутлыҡта ғәйепләнә. Уға эш урынынан китергә тура килгән. Алдаҡ юл менән аҡса эшләүен дә өлөшләтә таныған һәм матди зыянды ла ҡайтарған. Енәйәт эше Благовар район-ара судына тапшырылған. Табипты ғәйепле тип танығанда, ул ҙур суммала штраф түләргә тейеш буласаҡ.
Фото: Т. Аманов