Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Сентябрь 2021, 10:37

Сәләмәтлек поезы ҡайһы райондарға сыға?

 Сентябрҙә  «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы маршруттары Шишмә, Дүртөйлө, Әлшәй, Күгәрсен, Хәйбулла  райондары аша үтә.

Сәләмәтлек поезы ҡайһы райондарға сыға?Сәләмәтлек поезы ҡайһы райондарға сыға?
Сәләмәтлек поезы ҡайһы райондарға сыға?

 Акцияла  күсмә Сәләмәтлек үҙәктәре һәм ФАП-тар, флюорографтар и маммографтар, Ғ.Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының һәм Республика кардиология үҙәгенең диагностика үҙәктәре, Республика стоматология поликлиникаһы модуле   ҡатнаша. Бригадалар составына табиптарҙан  терапевт, хирург, акушер-гинеколог, онколог, кардиолог, офтальмолог, уролог, невролог, стоматолог, эндокринологтар ингән. “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” акцияһына республиканың бөтә райондары ла йәлеп ителә.  Ауыл халҡы  белгестәрҙән консультация, беренсе медицина ярҙамы ала һәм  медицина тикшереүе үтә ала. 

Акция башланғандан алып әлеге көнгә 68642 кеше медицина тикшереүе үткән.  

 Бөтәһе 40771 медицина тикшереүе үткәрелгән, шул иҫәптән 25431 флюорография һәм 15340 маммография эшләнгән.

 3170 кешенең ҡанында – глюкозаның, 4311 пациентта холестериндың  юғары булыуы асыҡланған.  6779 пациенттың ҡан баҫымы юғары,    4461 кеше артыҡ  кәүҙә ауырлығы менән яфалана,  3234  кеше тәмәке тарта.

Бөтәһе  2444 социаль әһәмиәткә эйә ауырыу асыҡланған. Атап әйткәндә, 371 кешелә – яман шешкә шик, 41 кешелә – туберкулез,  372 пациентта – шәкәр диабеты һәм 1660 кешелә – гипертония, берәүҙә инфаркт миокарды диагнозы раҫланған.   Улар барыһы ла артабан тикшерелеү үтеү өсөн йүнәлтмә алған. 

 Медицина бригадалары алты районда график буйынса эшен дауам итә:

- Өфө маршруты –    13 – 17  сентябрҙә Шишмә районында;

- Дыуан маршруты –  эшен тамамланы;

- Нефтекама маршруты –   Дүртөйлө  районында;  

- Октябрьский маршруты –   Әлшәй районында;

- Стәрлетамаҡ маршруты –   Күгәрсен районында;

- Белорет маршруты – Хәйбулла районында.

  «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы сиктәрендә 12817 кеше вакцинаның тәүге компонентын эшләткән,  9431  кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән.   

 

  

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас