Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентябрь 2021, 16:08

Ниғәмәт мәктәбе «Үҫеш нөктәһе» ярҙамында үҫәсәк

Баймаҡ районының Ниғәмәт ауылы мәктәбендә инновацион майҙансыҡ асылыу хаҡында муниципалитет башлығы Фәнис Әминев хәбәр итә.

Ниғәмәт мәктәбе «Үҫеш нөктәһе» ярҙамында үҫәсәк
Ниғәмәт мәктәбе «Үҫеш нөктәһе» ярҙамында үҫәсәк

«Баймаҡ районында хәҙер ошондай 16 инновацион майҙансыҡ эшләй. Быйылғы уҡыу йылында булдырылған «Үҫеш нөктә»ләре физика, химия, биология кеүек тәбиғәт фәндәрен ныҡлап өйрәнеүгә йүнәлтелгән. Уҡыу бүлмәләре заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Уҡыусылар дәрестән тыш ваҡытта фәндәрҙе ентекләп өйрәнә ала, робот техникаһы һәм программалау буйынса шөғөлләнергә була», — тип белдерә район башлығы.

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: