Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентябрь 2021, 10:36

Өфө парктары өсөн тауыш бир!

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 28 августан 11 сентябргә хәтле БР Башлығы Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ҡуйылған яҙмала баш ҡаланың ниндәй паркы тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейеш тигән һорау алыу бара.Һылтанмаһын бирәбеҙ: https://vk.com/wall413272232_674177

Өфө парктары өсөн тауыш бир!Өфө парктары өсөн тауыш бир!
Өфө парктары өсөн тауыш бир!

Әлегә Нефть химиктары паркы өсөн тауыш иң күбе бирелгән (35,7%). Димдең Үҙәк паркы менән Инорстағы Йылы күл янындағы парк зонаһына йыйылған тауыш 20-шәр меңгә етеп бара. Ҡалған ял итеү урындары нисбәте ошолай:

Урмансылар паркы - 10,52%,

Яҡутов исемендәге парк - 7%,

М.Ғафури паркы - 5%,

Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт баҡсаһы — 8%,
Ленин исемендәге парк — 4%.

Ашығығыҙ! Иртәнән һуң көндө тауыш биреү ябыласаҡ!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас