Яңылыҡтар таҫмаһы
9 Сентябрь 2021, 07:00

Бөгөн – Бөтә донъя матурлыҡ көнө

Был дата 1995 йылдан алып билдәләнә. Рәсәйҙә иһә – 1999 йылдан.  Донъяны матурлыҡ ҡотҡарыр, тигән әйтем таралған. Ә был һүҙҙәрҙе кем әйткәнен беләһегеҙме?

Бөгөн – Бөтә донъя матурлыҡ көнөБөгөн – Бөтә донъя матурлыҡ көнө
Бөгөн – Бөтә донъя матурлыҡ көнө

Бөтә донъя матурлыҡ көнөн парикмахерҙар, косметологтар, стилистар, визажистар, пластик хирургтар, массажсылар, фитнес-тренерҙар, ғөмүмән, матурлыҡ булдырыусылар һәм барлыҡ гүзәл зат билдәләй.

Үткән быуатта, һуғыштан һуңғы йылдарҙа, Халыҡ-ара эстетика һәм косметология комитеты (CIDESCO) барлыҡҡа килә. Тап ошондағы белгестәр  тарафынан иҫтәлекле көн булдырыла ла инде.

Матурлыҡ конкурстарын иң тәүҙә Бельгияла үткәрә башлағандар. 1888 йылда, буғай. Һуңынан быны башҡа дәүләттәр ҙә хуплаған. Донъя гүзәле конкурсы ла бар хатта. Беҙҙең Башҡортостанда ғына ла матурҙарҙы һайлау конкурсы әллә нисәмә тапҡыр үтә.

Баҡһаң, Африканың ҡайһы бер ҡәбиләһендә иң сибәр ҡыҙҙы һайлап алалар ҙа, ҡорбан итәләр, имеш. Арыҫланға бирһендәрме, бүтән берәй хайуанғамы...

Ә урта быуаттарҙа матурлыҡ сихырсыларҙың бер билдәһе һаналған. Йәғни, матур ҡатын-ҡыҙҙы язалау йыш күренеш булған.

“Матурлыҡ донъяны ҡотҡарыр” – ошо цитатаның авторы кем? Федор Достоевский үҙенең “Идиот” романында әйткән. Йәғни, йәш персонаж Ипполит Терентьев теле менән әйтелгән (3-сө өлөш, 5-се бүлек).

 

Беҙ  иһә шулай тибеҙ: матурлыҡҡа ынтылығыҙ, күркәм булығыҙ! Иң мөһиме – эске матурлыҡ.

 

Фото: Юлай Кәримов фотоһы.

Бөгөн – Бөтә донъя матурлыҡ көнө
Бөгөн – Бөтә донъя матурлыҡ көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас