

Уны әҙерләү өсөн 1 кг кәбеҫтә, 1 кг кишер, 1 кг һуған, 1 кг татлы борос, 1 кг помидор, 1 кг ҡыяр, 5 балғалаҡ тоҙ, 5 ҡалаҡ шәкәр, 1 стакан үҫемлек майы, 1 стакан 9 процентлы һеркә кәрәк.
Йәшелсәләрҙе турап, өҫтөнә май, һеркә ҡойоп, шәкәр менән тоҙ һалып бутап, бер сәғәткә төнәтергә ҡуйып торорға. Һуңынан утҡа ҡуйып, ҡайнап сыҡҡас 10 минут ҡына бешерергә һәм маринады менән ҡушып стерилләнгән банкаларға һалып, ябырға.