Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2021, 10:46

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә

«Инцидент-менеджмент» системаһына Салауат ҡалаһынан ШИЛКИНА ОЛЬГА 7-се һанлы мәктәптең емерелгән баҫҡысын фотоға төшөрөп ебәргәйне, күп тә үтмәне, баҫҡысты ремонтланылар.

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдәРеспублика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә
Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә

Шул уҡ ҡаланан Калинин һәм С.Юлаев урамдары араһындағы юлға зарланып яҙҙылар. Был юлы ла урындағы ҡала хужалығы идаралығы мәсьәләне тиҙ арала хәл итте.

Әлшәй районы Шафран ауылындағы Элеватор тыҡрығында электр бағанаһының ҡыйшайыуына, сымдарҙың үтә ныҡ тартылыуына ла зарланып яҙыуҙары булды, яуаплы ойошманан эшселәр килеп, бағананы төҙәйтеп киткәндәр.

Благовар районы Ағарҙы ауылына юлдың шыр таштан тороуына ла халыҡ түҙеп тормай, төбәк башлығына яҙып ебәргән. Ағарҙы-Таң автоюлын ремонтлап, шулай таш түшәгән булғандар икән, әлеге ваҡытта өҫтөнә ҡырсынташ та түшәп, юлды рәтләгәндәр.

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан. 

Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә
Республика менән идара итеү үҙәге: “Инцидент менеджмент” системаһы ғәмәлдә
Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас