Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Сентябрь 2021, 10:15

Кеше ғүмерен ҡотҡарам тип... министр һәләк булған

Бөгөн РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министры Евгений Зиничевтың ғүмере өҙөлгән.

Кеше ғүмерен ҡотҡарам тип... министр һәләк булғанКеше ғүмерен ҡотҡарам тип... министр һәләк булған
Кеше ғүмерен ҡотҡарам тип... министр һәләк булған

РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы етәкселеге уҡыу фильмы төшөрөү өсөн Норильск ҡалаһына юллана. Арктика ярҙарын ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлауға йүнәлтелгән сара хәүефле урында үткәрелә. Эш барышында ижади төркөмдөң операторы ҡапыл текә ярҙан төшөп китә. Уны тотоп ҡалырға ынтылған министр ҙа түбәнгә оса һәм ҡаяташҡа бәрелеп һәләк була.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бәләгә тарыусыларҙың икеһе лә һәләк була. Министр бөгөн иртәнсәк кенә Красноярск крайы губернаторы Александр Усс менән бергә ҡалала төҙөлгән янғын һүндереү часы менән таныша. Һәм баяғы хәүефле сараға йүнәлә. Зиничевҡа 55 йәш була. 2018 йылдың майынан илдең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығын етәкләй, Именлек Советы составына инә. 2006-2015 йылдарҙа Президенттың шәхси һаҡсыһы булып хеҙмәт итә. 2015 йылдан Калининград өлкәһе буйынса Федераль именлек хеҙмәте идаралығы начальнигы вазифаһын башҡара. 2018 йылда ил Хөкүмәтенә алына, Кемеровтағы «Ҡышҡы сейә» сауҙа үҙәге янғандан һуң вазифаһынан бушатылған Владимир Пучковтың урынына тәғәйенләнә.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә министрҙың яҡындарының һәм туғандарының ҡайғыһын уртаҡлашты: «Жил как воин и погиб как воин. Очень, очень жаль… Искренние соболезнования…»

 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас