- Мин әбәйлилдәрсә һалма, күгәрсендәр кеүек туҡмас ҡырҡырға өйрәндем, – ти Каринэ Владимир ҡыҙы.
Әйткәндәй, бер йыл элек Радий Хәбировтың кәләше башҡорт ризыҡтары оҡшауын һәм иренең әсәһе бешергән рецептар буйынса ҙур бәлеш, ҡыҫтыбый, өсмөйөш, гөбәҙиә һәм башҡа-ашһыу бешерә белеүен әйткәйне.
Шамонин ауылында йәшәүсе Лилиә һәм Илнур Мәхмүтовтарҙың ғаиләһе осраҡлы ғына һайлап алынмаған. Улар “Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” конкурсында еңеүсе булараҡ билдәле. Татыу ғаиләлә өс бала тәрбиәләнә. Ғаилә башлығы иһә БР Үҙәк һайлау аппараты хеҙмәткәре.
Фото: Т. Аманов