"Экспорт форсажы" программаһы үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтеүен дауам итә. Әлегә тиклем уҡыуҙар дүрт тапҡыр үткәрелгән. Унда ҡатнашыусы 45 предприятиеның 15-е 23 экспорт килешеүе төҙөгән. Дөйөм суммаһы 2,5 млн доллар тәшкил итә.
Был юлы уҡыуҙа 9 мәғлүмәт-белем биреү модуле ҡаралған. Бында экспорт эшмәкәрлегенең бөтә аспекттары өйрәнеләсәк. Уҡыуҙы "Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт" милли проектына ярашлы, Башҡортостандың Экспортҡа булышлыҡ итеү үҙәге ойоштора.
Фото: БР Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр буйынса дәүләт комитеты.