

Киске сәғәт туғыҙҙа Йылайыр районында, Магнитогорск-Ира автоюлының 199-сы саҡрымында, Хәйбулла районынан 33 йәшлек ир "ВАЗ-2110" машинаһында юлдан осоп төшөп ағасҡа бәрелгән. Водитель һәләк булған, пассажирын, Баймаҡ районынан 35 йәшлек ирҙе, дауаханаға һалғандар.
Белоретта 44 йәшлек ир «Лада Гранта» машинаһында 42 йәшлек йәйәүлене тапаған. Ир үлемесле яраларҙан йән биргән.
Тәүлек эсендә 38 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.