Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2021, 09:40

Йәнә оло юғалтыу...

Бөгөн 89-сы йәшендә арҙаҡлы ғалим, психолог Вадим Фәтхи улы Сафин баҡыйлыҡҡа күсте.

Йәнә оло юғалтыу...Йәнә оло юғалтыу...
Йәнә оло юғалтыу...

«Йәшлек»тәр мәрхүмдең яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша, уларға сабырлыҡ теләй.

Вадим Сафин Ейәнсура районының Назар ауылында 1933 йылдың 11 апрелендә тыуа. Ул бәләкәйҙән үҙаллы булыуы һәм яуаплылығы менән айырылып тора. Атаһы ғәйепһеҙгә репрессиялана, балаларын әсәһе яңғыҙ тәрбиәләп үҫтерә. Кескәй Вадимға уның өләсәһе - башҡорттоң йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, шулай уҡ халыҡ медицинаһын, үлән менән дауалау серҙәрен һәйбәт белгән Гөлъямал Түләбаева оло йоғонто яһай. "Тормоштоң ҡыуаныстары ла, үкенесле юғалтыуҙары ла бер сама. Бала саҡта ниндәй ҡиммәттәргә йүнәлеш биреп тәрбиәләгәндәр һәм әлеге маҡсаттарың ниндәй - барыһы ла шуның менән бәйле. Мине, мәҫәлән, өләсәйем: "Кеше риза булһын, кешене рәнйетмә. Кешене үҙеңде баһалаған кеүек баһала", - тип өйрәтә ине... Йәғни кеше минең уға булған мөнәсәбәтемә риза икән, был миндә ҡыуаныс уята", - тип ҡабатлар була Вадим Фәтхи улы.

Яңы Себенле ете йыллыҡ мәктәбен Маҡтау грамотаһы менән бөткән үҫмер дәртләнеп, Желтинск педучилищеһын ҡыҙыл дипломға тамамлай. Мәктәптә уҡытыусы булып эшләп алғас, Ырымбур дәүләт педагогия институтына уҡырға инә, унан да ҡыҙыл диплом алып сыға. Вадим Сафин Ырымбур өлкәһенең Октябрьский урта мәктәбендә уҡыта, Ейәнсура РОНО-һында инспектор булып эшләй. Институттағы уҡытыусыһы Эмиль Беркович психология фәне менән етди шөғөлләнергә өгөтләй. 1962-1966 йылдарҙа В.Сафин Стәрлетамаҡ пединститутында психологиянан уҡыта. Артабан Мәскәүгә аспирантураға уҡырға китә һәм ике йылдан МДПИ-ла академик Артур Петровский етәкселегендә кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.

1969 йылда Вадим Фәтхи улы үҙенең хеҙмәт һәм ғилми биографияһы Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән бәйләй. Йәш ғалимдың инициативаһы менән Башҡортостанда тәүге психология кафедраһы асыла. 1977-1982 йылдарҙа кафедраны етәкләй, эре сәнәғәт предприятиелары заказдары буйынса социаль-психологик лаборатория ойоштора. 1978 йылдан - психодиагностика һәм суд психологияһы экспертизаһы лабораторияһы етәксеһе. Вадим Сафин БДПУ-ның белемде күтәреү факультеты ҡарамағында практик психологтарҙың юғары курстарын асыуға күп көс һала, "Психология" йүнәлеше буйынса аспирантура асыуҙа актив ҡатнаша... 

Вадим Сафин киң эрудициялы, йәнле аралашыусы, үҙенә ылыҡтырып торған оло шәхес, кәңәшсе, асыҡ күңелле, иғтибарлы кеше була. Уның йәмәғәт эшмәкәрлеге үҙе тотош бер батыр шәхес ғүмеренә торорлоҡ! Үткән быуаттың 90-сы йылдарында Вадим Фәтхи улы Башҡортостан суверенитеты өсөн хәрәкәттең лидерҙарының береһе булараҡ, Рәсәйҙең конфедератив ҡоролошо идеяһы өсөн сығыш яһай. 1991 йылдан 1995 йылға тиклем "Урал" Башҡорт халыҡ үҙәге рәйесе урынбаҫары вазифаһын башҡара. Ғүмеренең һуңғы йылдарында Башҡортостан аҡһаҡалдары ҡоро рәйесе итеп тәғәйенләнә.

Ғалим ЮНЕСКО-ның Мәскәү бюроһы тарафынан хупланған башҡорт мәктәптәре һәм гимназиялары өсөн уҡытыу һәм тәрбиә концепцияларын һәм программаларын яҙа. В. Ф. Сафин — Американың гуманистик йүнәлешле психологтар ассоциацияһының мөхбир ағзаһы (1994) һәм шулай уҡ Халыҡ-ара психология фәндәре академияһының мөхбир ағзаһы (1996). Ғалим тарафынан 160-тан артыҡ фәнни хеҙмәт яҙылған.

Журналист Нияз Мәһәҙиевтың мәҡәләләре файҙаланылды.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас