

Прокуратуранан хәбәр итеүҙәренсә, ҡатын уларҙы бөтөнләй тәрбиәләмәгән, уларҙы ҡарау һәм уҡытыу менән дә шөғөлләнмәгән. Сабыйҙар әсәһе һәм үгәй аталары менән көн иткән. Ғаиләлә йыш ҡына низағ ҡубып торған.
Әсә кеше бәлиғ булмаған балаларын тәрбиәләмәгән өсөн бер нисә тапҡыр административ яуаплылыҡҡа ла тарттырылған була.
Хәҙер ҡатынға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатылған. Балалар кем менән ҡаласаҡ – әлегә был хаҡта хәбәр ителмәй.
Фото: Т. Аманов