

Белешмә:
Мәхмүт Һибәт улы 1936 йылдың 14 майында Ейәнсура районының Ғәббәс ауылында тыуған. Үҙҙәрендә башланғыс мәктәп, күрше Муйнаҡ ауылында ете йыллыҡ, унан һуң Абҙан ауылында урта мәктәп тамамалай. Өс йыл колхозда эшләй. 1957 йылда Башҡорт дәүләт университетына уҡырға керә.
Башҡортостан телевидениеһы һәм радио комитетында, «Ленинсы», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә, «Ағиҙел» журналында эшләй.
Тәүге шиғырҙары матбуғатта 1957—1958 йылдарҙа донъя күрә. 1981 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Ул "Йылдар юғалмай", "Сал офоҡ", " "Алпамыша", "Биллеғылыс", "Ғүмер ҡиссалары" тигән китаптар авторы. Мәхмүт Һибәт һүҙҙәренә енә бихисап йырҙар яҙылған.