Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2021, 16:25

Кишерҙе ҡасан ҡаҙып алырға?

Ҡомға күмеп ҡуйған кишер ҡыш яҡшы һаҡлана.

Кишерҙе ҡасан ҡаҙып алырға?Кишерҙе ҡасан ҡаҙып алырға?
Кишерҙе ҡасан ҡаҙып алырға?

 

Кишерҙе сентябрь аҙағында ҡоро көндәрҙә ҡаҙып алалар. Ҡышҡылыҡ көҙгө сорттар ғына яҡшы һаҡлана. Тамыраҙыҡты түтәлдән алғас, 4-5 көн яҡшы елләтелгән урында киптерегеҙ. Һуңынан ҡом менән аралаштырып, ағас йәшниктәргә һалығыҙ. Зарарлы бөжәктәрҙән, кимереүселәрҙән һаҡлау өсөн тартмалар өҫтөнә тырнаҡ гөлө( календула), бәрхәт сәскәһе  ботаҡтарын өҫтөнә һалырға була. Һаҡлау температураһы  + 0, +2 градус булырға тейеш. Һыуытҡыстың аҫҡы өлөшөнә һалһағыҙ, йәшел һабаҡлы урынын ҡырҡығыҙ.

 

Фото:prostayaferma.ru

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас