

6 сентябрҙә Хөкүмәттә газ заправкалары төҙөү мәсьәләһенә арналған ултырыш уҙҙы. Бөгөн Башҡортостанда 28 станция эшләй, ойошмалар һәм предприятиелар уларҙы бик әүҙем ҡуллана. Мәҫәлән, «Башавтотранс» предприятиеһында газ-мотор яғыулығы менән эшләүсе 256 автобус бар.
– Бөгөн бензин һәм дизель яғыулығы урынына газды үҙ иткән кешеләр ҙә күбәйгәндән-күбәйә. «Газ-мотор»лы транспорттың артыуы газ заправкалау станцияларына, уның инфрастуктураһын үҫтереүгә ихтыяжды арттыра. Шулай уҡ был өлкәлә бизнес менән дәүләт араһындағы шарттарҙы аныҡ билдәләү талап ителә.
Башҡортостандың сәнәғәт һәм инновация сәйәсәте министры Александр Шельдяев газ заправкаларын төҙөүгә бирелгән субсидия хаҡында һөйләне.
– 2020 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан газ-мотор яғыулығы баҙары үҫкән ун төбәк иҫәбенә инде. Был рейтинг тәүге тапҡыр «Газпром газ-мотор яғыулығы» компанияһы тарафынан әҙерләнде. 2020 йылда автомобилгә газ тултырыу компрессор станциялары һаны буйынса Башҡортостан илдә бишенсе урынды биләһә, бөгөн беҙ 28 заправка астыҡ һәм өсөнсө баҫҡысҡа күтәрелдек.
2023 йылда республикала тағы 20 станция асылыр тип көтөлә, ә 2024 йылға уларҙың һаны 58-гә етәсәк.
– Бөгөн Tesla компанияһы ҙур тиҙлек менән үҫә, автогиганттар күберәк электромобилдәр етештереүҙе хуп күрә. Шуға күрә газ менән электр энергияһы менән заправкалауҙы бер урында эшләү мөмкинлеген уйларға кәрәк. Халыҡҡа уңайлы булһын, – тине Премьер-министр.
Бөгөн республика юлдарында 160 электромобиль иҫәпләнә, улар Өфөлә алты, Нефтекамала ике, Бишбүләк һәм Өфө райондарында берешәр урында көс алырға мөмкин. Йыл аҙағына тиклем баш ҡалала ошондай өс заправка асылыр тип көтөлә.