Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Сентябрь 2021, 15:10

Биш нәмәне иҫтә тотоғоҙ...

Еңелерәк булып ҡалыр. Тәжрибәлеләр кәңәше, ахыры.

Биш нәмәне иҫтә тотоғоҙ...Биш нәмәне иҫтә тотоғоҙ...
Биш нәмәне иҫтә тотоғоҙ...

Зарланмағыҙ. Даими ҡәнәғәтһеҙлек, илаулау, һыҡлау тағы ла бәләләр килтереүе мөмкин.

Үтә экономияламағыҙ. “Эконом-класс” менән уңыш яулап булмай. Яҡшыраҡҡа, мулыраҡҡа ынтылыш булһын.

Иҫке-моҫҡоно йыймағыҙ. Әгәр ҙә берәй әйберҙе ике-өс йыл тотонмаһағыҙ, тимәк, ул һеҙгә артабан да кәрәкмәй, тигән һүҙ. Иҫкелә кире энергия ла күп, ти белгестәр.

Телевизорға “батмағыҙ”. Әлбиттә, рухты күтәрә, матурлыҡҡа әйҙәй, оҫталыҡҡа өйрәтә торған тапшырыуҙарҙы ҡарарға кәрәк. Әммә улар беҙҙә бик әҙ. ТВ-ға ара-тирә генә баҡһағыҙ, башығыҙ һау ҡалыр.

Иртәгәгә ҡалдырмағыҙ. “Был матур һауыттарҙы ҡунаҡ килгәндә ҡуйырбыҙ...”, ”күп аҡса эшләгәс, алырбыҙ”, ”өйгә ремонт яһағас, диңгеҙгә барырбыҙ” кеүек киләсәккә ҡалдырған ниәт-хыялдарыбыҙ күп, шулаймы? Ә ул “иртәгә”беҙ булмай ҡуйһа?

 

Фото: vk.com

Биш нәмәне иҫтә тотоғоҙ...
Биш нәмәне иҫтә тотоғоҙ...
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас