

БР Премьер-министры Андрей Назаров реформа буйынса төбәктәр рейтингын иғлан итте. Уға Мәскәү, Нижгород, Төмән, Һарытау, Мурманск, Тула, Курск һ.б. өлкәләр ингән. Ханты-Манси автономиялы округы ла бар. Был төбәктәр реформаны ғәмәлгә ашырыу буйынса алда тора йәғни. Улар “Экология” милли проектында ҡатнашыуҙан сығып та баһаланған.
Андрей Назаров билдәләүенсә, Башҡортостан да алдынғы төбәктәр исемлегенә инергә тейеш. Был йәһәттән беҙгә тырышырға кәрәк. Хөкүмәт башлығы сүп-сарҙы айырым йыйыуҙы ойоштороу һәм законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөү кимәле менән ҡәнәғәт түгел.
Фото: БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан.