

Пандемия башланғандан алып ауырыусыларҙың дөйөм иҫәбе 58862 кешегә етте. Әлеге ваҡытта 769 кеше дауаханала медицина ярҙамы ала. Шуларҙың 55-е– ауыр хәлдә, 12 пациент үпкәне яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған. 4394 кеше өйҙә дауаланыу курсы үтә. Тәүлек эсендә 32 кеше һауығып, дауаханан сыҡҡан.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тағы ла 16 үлем осрағы теркәлгән. Пандемия башланғандан алып вирус ҡорбандары һаны 1203 кешегә етте.
Дауахананан тыш пневмония менән тәүлек эсендә 129 кешенең ауырыуы асыҡланған, 109 кеше һауыҡҡан.
Башҡортостанға ковидҡа ҡаршы бөтәһе 1 458 168 доза вакцина алынған. Вакцинаның беренсе компоненты менән 1 186124 человека кеше прививкаланған, 1046482 кеше вакциналауҙың ике этабын да үткән.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.