

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, 10 сентябрҙә Сибайҙа «Урал аръяғы - 2021» Бөтә Рәсәй инвестиция һабантуйы үтәсәк. Сара яңы проекттарҙы үрләтеү буйынса стратегик инициативалар агентлығы тарафынан ойошторола.
Форумға бай эшлекле һәм мәҙәни программа әҙерләнә. Ҡатнашыусыларҙы сәнәғәт комплексын, ауыл хужалығын, эске туризмды һәм иҡтисадты үҫтереүгә бағышланған стратегик сессиялар, гастрономия һәм йыр-моң фестивалдәре көтә. Сараның эшлекле өлөшөндә Рәсәй дәүләт властарының, бизнес-ойошмаларының вәкилдәре генә түгел, сит ил спикерҙары ла ҡатнашасаҡ.
Ойоштороусылар матур бүләк тә әҙерләгән — сарала Рәсәйҙең халыҡ артисы Валерияның сығыш яһауы көтөлә. Тамаша асыҡ һауала, Сибай үҙәк майҙанында уҙасаҡ. Ил эстрадаһы йондоҙо йыр-моң һөйөүселәр яратып тыңлаған «Часики», «Метелица», «Таю», «Рига-Москва» хиттарынан тыш, өр-яңы йырҙарын да тәҡдим итәсәк.
Инвестиция һабантуйының мәҙәни өлөшө төшкө сәғәт өстә «Street beat» бейеү шоу-концертынан башлана, артабан урындағы коллективтар сығыш яһай. Киске сәғәт унынсы яртыла сәхнәгә KARINA сығасаҡ, был билдәле композитор Алексей Романовтың яңы проекты. Иң һуңында хедлайнер Валерия йырлаясаҡ. Сибайҙа йәшәгән кешеләр һәм ҡунаҡтар өсөн инеү ирекле. Сара Рәсәй Роспотребнадзор идаралығының методик тәҡдимдәренә ярашлы үткәрелә.