Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2021, 05:50

“Шайморатов кластары” ниндәй булырға тейеш?

Бер төркөм белгес ошо турала фекер алышты һәм берҙәм ҡағиҙәләр булдырырға килеште.

“Шайморатов кластары” ниндәй булырға тейеш?“Шайморатов кластары” ниндәй булырға тейеш?
“Шайморатов кластары” ниндәй булырға тейеш?

Бер нисә көн элек Республика Хәрби дан музейы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Өфө дәүләт авиация техник университеты, “Юнармия” бөтә Рәсәй хәрби-патриотик йәмәғәт ойошмаһы, Башҡортостандың крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте вәкилдәре һәм полилингваль, башҡорт мәктәптәре директорҙары бергә йыйылып, ”Шайморатов кластары стандарттары” темаһына “түңәрәк өҫтәл” ойошторҙо.

Һөҙөмтәлә, берҙәм ҡағиҙәләрҙең төп критерийҙары билдәләнде. Улар – “Шайморатов кластары”н 5 – 7 кластарҙа асыу, берҙәм форма булдырыу, кураторҙарҙы хәрби кадрҙар араһынан һайлап алыу, лингвистик һәм тәбиғи-ғилми белем биреү профиле, киң планда өҫтәмә белем биреү (уға спорт, хәрби әҙерлек, вокал, милли уйын ҡоралдары, милли спорт, ғилми-тикшеренеү һәм хәрби-эҙәрмәнлек эшмәкәрлеге, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы эҙе буйынса тикшеренеү, крайҙы өйрәнеү эштәрендә ҡатнашыу, ГТО нормалары тапшырыу, йәйге-ҡышҡы “Шайморатов уйындары” үткәреү инә).

Иң мөһиме – илһөйәрлек тәрбиәләү, 112-се кавдивизия һалдаттары миҫалында Ватан менән ғорурланыу тойғоларын үҫтереү, рухи-әхлаҡи үҫеште тәьмин итеү, сәләмәт тормошто пропагандалау.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйылғы республика август кәңәшмәһендә педагогтар алдында сығыш яһағанда БР Башлығы Радий Хәбиров “Шайморатов кластары”н асыу тураһында тәҡдим иткәйне. Республиканың Мәғариф һәм фән министрлығы уға әҙерлек буйынса эш башланы.

 

Фото: БР Мәғариф һәм фән министрлығы сайтынан.

“Шайморатов кластары” ниндәй булырға тейеш?
“Шайморатов кластары” ниндәй булырға тейеш?
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас