

БЮТ каналының «Сәләм» тапшырыуы алып барыусыһы Наил Юнысов БДМУ студенты менән спорт ярышында танышҡан һәм уның башҡортса һөйләшеүенә хайран ҡалған. Был егетте ул видеоға төшөрөп алған.
Стивен алыҫ Ираҡ иленән, БДМУ-ның хирургия факультетында белем ала, спорт менән шөғөлләнә, ҙур ҡыҙыҡһыныу менән башҡорт мәҙәниәтен өйрәнә. Буш ваҡытында фото, һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Эштәренең араһында милли батырыбыҙ Салауат Юлаевтың һүрәттәре лә бар.
Афарин, Стивен!