

Әлегә Нефть химиктары паркы өсөн тауыш иң күбе бирелгән (34%). Димдең Үҙәк паркы менән Инорстағы Йылы күл янындағы парк зонаһына 20-шәр процент тауыш йыйған. Ҡалған ял итеү урындары нисбәте ошолай:
Урмансылар паркы - 10%,
Яҡутов исемендәге парк - 7%,
М.Ғафури паркы - 5%,
Аксаков исемендәге ял һәм мәҙәниәт баҡсаһы — 8%,
Ленин исемендәге парк — 4%.
Бынан тыш, Гастелло исемендәге паркты төҙөкләндереү мөһим тигән фекерҙәр яңғырай. Дим паркына ла иғтибар кәрәк. Ғөмүмән Өфөнөң башҡа үҫешкән биҫтәләрендә йәмәғәт урындары ҡарауҙы-төҙәтеүҙе талап итә. Шаҡша, Инорс, Черниковка кеүек урындарҙа ла парктар үҙгәртеп ҡороу кәрәк.
Ашығығыҙ! Шәмбе көндө тауыш биреү ябыласаҡ!