Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Сентябрь 2021, 04:07

"Үҫеш нөктәһе" һәр мәктәптә булһын

"Мәғариф" милли проектының "Заманса мәктәп" федераль проекты буйынса республика райондарында байтаҡ мәктәптә ғилми йүнәлешле "Үҫеш нөктәһе" үҙәктәре эшләй.

"Үҫеш нөктәһе" һәр мәктәптә булһын"Үҫеш нөктәһе" һәр мәктәптә булһын
"Үҫеш нөктәһе" һәр мәктәптә булһын

Ошо көндәрҙә Балтас районының Штанды, Түбәнге Иванай, Түбәнге Ҡарыш мәктәптәрендә лә шундай үҙәктәр эш башланы.

"Үҫеш нөктәһе" үҙәгендә "Химия", "Биология", "Физика" кеүек фәндәрҙе төптән өйрәнеү генә түгел, ә балаларға робототехника, проектлау, цифрлы белем биреү буйынса ла эш алып барыла. Әлбиттә, һәр уҡыусыға ижади эшләү өсөн шарттар булдырыла. Педагогтар белдереүенсә, бында балаларға технологик оҫтлаыҡ менән бергә гуманитар белем дә берҙәй етди бирелә.

 

Фото: Балтас районы хакимиәте сайтынан.

 

"Үҫеш нөктәһе" һәр мәктәптә булһын
"Үҫеш нөктәһе" һәр мәктәптә булһын
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас