

Башҡортостандың табиптар бригадаһы 6 сентябрҙән Удмурт Республикаһының дауалау учреждениеларында эш башланы. Бригада составында анестезиолог-реаниматологтар, инфекционистар, һәм бактериологтар. Төркөмдөң етәксеһе – тәжрибәле табип-кардиолог Айҙар Әхмәтшин.
Белгестәр хеҙмәттәштәренә яңы коронавирус инфекцияһы менән көрштә ярҙам итәсәк. Уларҙың барыһының да республика инфекция госпиталдәрендә эшләү тәжрибәһе бар.
Фото:Башинформ.