

Бөтәһе 1 458 168 доза вакцина алынды. 6 сентябргә ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, вакцинаның тәүге компонентын 1 186 124 кеше эшләткән. 1 046 482 кеше иһә вакциналауҙың ике этабын да үткән. Радий Хәбиров үткәргән бөгөнгө оператив кәңәшмәлә һүҙ шул хаҡта барҙы.
Вице-премьер – Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, пандемия башланғандан алып ковид менән ауырыусыларҙың дөйөм һаны 58 862 кешегә етте. Тәүлек эсендә тағы 300 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы асыҡланған. Бөтәһе 52496 кеше ауырыуҙан имен-һау ҡотолған, шул иҫәптән уҙған тәүлектә – 32 кеше.
Республика ковид менән ауырыусылар өсөн 4545 койка-урын булдырылған. Шуның 11 проценты әлегә буш.
Фото:асыҡ сығанаҡтарҙан.