Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Сентябрь 2021, 14:31

Октябрьскийҙа музыка колледжы яңырыу кисерә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бында эш сәфәре менән булды.

Октябрьскийҙа музыка колледжы яңырыу кисерәОктябрьскийҙа музыка колледжы яңырыу кисерә
Октябрьскийҙа музыка колледжы яңырыу кисерә

Был колледж 1969 йылда Октябрьский ҡалаһында иҫке музыка училищеһы нигеҙендә асыла. Ошо оҙайлы дәүерҙә уҡыу йортонда меңәрләгән сәнғәт оҫтаһы белем алып сыға, һәр ҡайһыһы тиерлек республика, ил, халыҡ-ара конкурстары еңеүсеһе. Бөгөн бында  инструменталь башҡарыу, музыка теорияһы, хор менән дирижерлыҡ итеү, халыҡ йырын яңғыҙ һәм хор менән башҡарыу йүнәлештәре буйынса уҡытыу алып барыла. Октябрьский колледжы республиканың көнбайыш музыка мәктәптәре өсөн методик үҙәк булып тора. Йыл һайын Өфө, Ҡазан, Мәскәү, Силәбе һәм Магнитогорск ҡалалары белгестәре ҡатнашлығында педагогик уҡыуҙар ойошторола. 

Әлеге көндә колледж яңырыу кисерә, 2021 йылда капиталь ремонтлау эштәре башланды. Кисә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҡыу йортона инеп сыҡты.

Ремонтлауға 179,2 миллион һум аҡса йүнәлтелгән. Быйыл һыу үткәреү торбалары, йылылыҡ трассалары һәм электр селтәре монтажланған.

– Это уникальный объект – и внешне, и по культурно-образовательному содержанию. Я был здесь в прошлом году, когда мы обсуждали необходимость капитального ремонта. Несмотря на тяжёлый период коронавируса, республика выделила на эти цели более 170 млн рублей. Сегодня я убедился, что ремонт идёт по графику, и в следующем году обновлённое здание колледжа вновь откроет свои двери, – тип белдерә Радий Хәбиров.
Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас