Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентябрь 2021, 17:52

Стәрлебаштар ҡыуана бөгөн!

Стәрлебаштан 25 йәшлек көрәшсе, спорт көрәше буйынса ил беренселектәре призеры Шамил Йәмилев халыҡ-ара турнирҙа еңеү яуланы!

Стәрлебаштар ҡыуана бөгөн!Стәрлебаштар ҡыуана бөгөн!
Стәрлебаштар ҡыуана бөгөн!

Бөгөн кис стәрлебаштар зәңгәр экран ҡаршыһынан тормайҙыр, моғайын... Әлеге минуттарҙа Әлмәт ҡалаһында ҡатнаш көрәш буйынса халыҡ-ара турнир (EFC) тамамланды. Унда Стәрлебаштан Шамил Йәмилев сығыш яһап, еңеүгә лайыҡ булды.

Башҡорт егетенә еңеү өсөн ысын мәғәнәһендә ҡан ҡойорға тура килде. Ярышташы, Мәскәү көрәшсеһе Исмәғил Исрәйелов бөтә алыш дауамында уға туҡтауһыҙ һөжүм яһап, бөтөнләй эшләргә ирек бирмәне. Һөҙөмтәлә Шамил ҡанға батты, төрлөсә һаҡланырға, контр һөжүмдә ярышырға мәжбүр булды. Әммә һис кенә бирешмәне. Өсөнсө раунд һуңында еңеүҙән бер аҙымда торған Мәскәү көрәшсеһе үҙен артыҡ ышаныслы тойоп, уяулыҡты юғалтты, күрәһең. Шамил ошо мәл менән файҙаланып, ярышташын «өсмөйөш» быуыу алымы менән еңеп ҡуйҙы. Ҙур ихтыяр көсө һәм юғары оҫталыҡ һалынғайны был еңеүгә. Афарин, Стәрлебаш егете!

Әйткәндәй, Шамил Йәмилев ҡатнаш көрәш буйынса Рәсәйҙең спорт мастеры, быға тиклем профессиональ рингта 3 алыш уҙғарып, өсөһөндә лә еңеү яулаған. Быйыл апрель айында ул Әлмәт ҡалаһындағы «Ирбис» көрәш клубы менән килешеү төҙөп, шунда шөғөлләнә.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас