Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентябрь 2021, 07:03

Ғәле ауылында йәшәүселәр үҙ йорттарына ҡайтты!

Кисә янғынға ҡаршы 500-гә яҡын кеше көрәшеп, ауылды һаҡлап ҡалыуға өлгәште.

Ғәле ауылында йәшәүселәр үҙ йорттарына ҡайтты!Ғәле ауылында йәшәүселәр үҙ йорттарына ҡайтты!
Ғәле ауылында йәшәүселәр үҙ йорттарына ҡайтты!

Бөгөн иртән Баймаҡ районының Ғәле ауылында йәшәүселәр үҙ йорттарына ҡайтты. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, кисә ауылда йәшәгән 16 кеше ваҡытлыса ситкә күсерелгәйне. Бәхеткә күрә, берәү ҙә зыян күрмәне. Ваҡиға урынына Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығынан икенсе аэромобиль төркөм, 11-се һәм 12-се янғын-ҡотҡарыу отрядтары ебәрелгәйне. Ирекмәндәр менән бергә бөтәһе 500-гә яҡын кеше, 50 берәмек техника ауылды һәм малдарҙы һаҡлап ҡала алды. 

Әлеге ваҡытта утты һүндереү эштәре дауам итә, мең гектарҙан ашыу майҙанда ҡоторған янғын ҡамалған. Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы уҙған, янғын хәүефһеҙлеге тәьмин ителгән. Бөгөн иртәнге сәғәт туғыҙҙа Магнитогорск - Ира автоюлының 106-128-се саҡрымында хәрәкәт тергеҙелгән.

Бөгөн көн торошо ла янғын һүндереүселәр яғында, Баймаҡта ел тымған, ямғыр яуа.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас