Яңылыҡтар таҫмаһы
4 Сентябрь 2021, 15:51

«Ҡара генерал»дың исеме мәңгеләштерелде

Баҡалы районында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Даян Мурзин иҫтәлегенә таҡтаташ асылды.

«Ҡара генерал»дың исеме мәңгеләштерелде«Ҡара генерал»дың исеме мәңгеләштерелде
«Ҡара генерал»дың исеме мәңгеләштерелде

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр легендар шәхестең тыуыуына 100 йыл тулғайны. Әммә коронавирус арҡаһында уның юбилейына арналған саралар онлайн тәртиптә үтте.

Мемориаль таҡтаташ Иҫке Баҡалы ауылында Даян Мурзин тыуып үҫкән йортҡа ҡуйылды. Гитлерҙың шәхси дошманы, партизандар хәрәкәте командиры тип һаналған яҡташыбыҙ һуғыштан һуң да бында йыш ҡына ҡайтып йөрөгән булған.

Әле атай нигеҙендә ҡаһарман яугирҙың һеңлеһе йәшәй. Шулай уҡ быйыл ғинуарҙа  Кушнаренда "ҡара генерал"ға мемориаль таҡтаташ асылғайны.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас