

Киске сәғәт алтынсыла Шишмә районында 34 йәшлек ир "Geelly MK-Cross" машинаһында юлдан осоп төшөп түңкәрелгән. Яраланған водитель дауаханаға оҙатылған.
Киске сәғәт етенселә Баҡалы районында 44 йәшлек ир "ВАЗ-2107" машинаһында юлдан осҡан. Уны ла дауаханаға һалғандар.
Тәүлек эсендә ике меңдән ашыуыраҡ юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу теркәлгән, 30 иҫерек водитель тотолған.
Фото: БР ЮХХДИ.