18 сентябрҙә баш ҡаланың «Аҡбуҙат» ипподромында «Кросс нации» бөтә Рәсәй йүгереү көнө уҙғарыла. Спорт байрамын тантаналы асыу ваҡыты - 11.30 сәғәттә.
1200 метрға йүгерергә кәрәк. Унда ҡатнашыу өсөн табиптан раҫлатылған ғаризаны ҡала райондарының береһенең хакимиәтенә йә йүгереү көнөндә ойоштороусыларға бирергә.
2019 йылдан алып был кросс - "Демография" милли проектының "Спорт - йәшәү нормаһы" йүнәлешенең бер өлөшө. 2024 йылға ил халҡының 55 проценты спорт менән даими шөғөлләнәсәк тип күҙаллана.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.