Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентябрь 2021, 12:23

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

27 августан 2 сентябргә тиклем Башҡортостан юлдарында пассажир автотранспорты ҡатнашлығында өс юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, биш кеше яраланған.

Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендәПассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеге иғтибар үҙәгендә

Ошо уҡ осор эсендә ЮХХДИ инспекторҙары 1100-ҙән ашыуыраҡ автобусты тикшергән, 178  протокол төҙөгән (үткән аҙнала 206).

Дүрт водитель телефондан һөйләшеп килгәндә тотолған;

33 кеше маневр ҡағиҙәләрен боҙған;

Өс водитель светофорҙың ҡыҙыл утын инҡар иткән;

Бер водитель йәйәүлеләрҙе үткәрмәгән һ.б. 

 
Фото: БР ЮХХДИ.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас