Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентября 2021, 18:40

Милләттәр берҙәмлеге өсөн

РФ Президенты Владимир Путин тарафынан быйыл июлдә раҫланған Рәсәй Федерацияһы милли именлегенең яңы стратегияһы тураһында фекер алышыу өсөн  300-ҙән артыҡ мәхәллә имамдары, йәштәр, ирекмәндәр  Белорет ҡалаһында йыйылды.

Милләттәр берҙәмлеге өсөнМилләттәр берҙәмлеге өсөн
Милләттәр берҙәмлеге өсөн

Йыйынды БР мосолмандары Диниә назараты ойошторҙо. Форумда мосолмандарҙың илһөйәрлек, социаль һәм гражданлыҡ активлығы, уларҙың илдең ижтимағи тормошонда ҡатнашыуы, рухи традицияларҙы һәм ҡиммәттәрҙе һаҡлау, балаларҙы әхлаҡи тәрбиәләү мәсьәләләре күтәрелде.

Сарала сығыш яһаусы Башҡортостан мосолмандары диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлиндың билдәләүенсә, форум белем биреү, фекер алышыу өсөн  практик майҙансыҡ булып тора.Ул сәйәси һәм социаль медитация өлкәһендә мосолмандарҙың эшмәкәрлеген көсәйтергә ярҙам итәсәк.

­– Рәсәй мосолманы – һәр ваҡыт әүҙем граждан. Беҙ республикалағы янғындарҙы  һүндергәндә  һәм ковид менән көрәш ваҡытында нисек мобилизациялана алыуыбыҙҙы күрҙек. Изге ғәмәлдәрҙә берҙәм булайыҡ. Бының өсөн имамдар заманса аралашыу техникаһына эйә булырға, социаль селтәрҙәрҙә  эшләргә , киң мәғлүмәт  сараларында сығыш яһарға, көнүҙәк һорауҙарға яуап бирергә тейеш, – ти ул.

Форумдың беренсе көнөндә ҡатнашыусылар оҫталыҡ дәрестәрендә социаль проекттарҙы асыҡлау буйынса проекттарҙы өйрәнде. ”Хәҙерге йәмғиәттә рухи именлекте һәм гражданлыҡ позицияһын  тәьмин итеү”  фәнни- ғәмәли семинарында милли һәм дини мөнәсәбәттәр, Рәсәйҙә дини белем һәм тәрбиә, кадрҙар әҙерләү мәсьәләләре  тикшерелде.

 

Фото: Т. АМАНОВ.

Автор:Зөһрә Йәһүҙина
Читайте нас