Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентября 2021, 07:41

Күгәрсен районында ауылға ут ҡапҡан?

Ырымбур өлкәһендәге Николаевка ауылының бер урамы янып китеүе тураһында хәбәр иткәйнек. 

Күгәрсен районында ауылға ут ҡапҡан?Күгәрсен районында ауылға ут ҡапҡан?
Күгәрсен районында ауылға ут ҡапҡан?

Халыҡ борсола. Сөнки социаль селтәрҙә Күгәрсен районында ике йорттоң янып китеүе тураһында хәбәр таралған. РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы халыҡты тынысланырға саҡыра һәм дөрөҫ мәғлүмәтте еткерә. Ысынлап та, кисә Ырымбур өлкәһе Төйлөгән районының Николаевка ауылында урман янғыны өйҙәрҙе ялмап ала. Күгәрсен районының Ҡасҡын ауылы бынан 3,5 саҡрым алыҫлыҡта ғына урынлашҡан.

Ҡасҡын ауылы халҡы, Ырымбур сигендә йәшәүселәр барып, утты һүндереүҙә ҡатнаша. Хәл ведомство тарафынан контролгә алына, әлеге ваҡытта ауылдарға янғын хәүефе янамай. 

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас