Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентябрь 2021, 05:53

Бөгөн – Беслан ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Белем көнөнә арналған тантаналы линейканың фажиғәғә әйләнерен күҙ алдына килтереп буламы?  2004 йылдың 1 сентябрендә тарихҡа бер ҡанлы ваҡиға яҙыла...

Бөгөн – Беслан ҡорбандарын иҫкә алыу көнөБөгөн – Беслан ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Бөгөн – Беслан ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

Төньяҡ Осетияның Беслан ҡалаһындағы 1-се мәктәпте террорсылар тап линейка ваҡытында баҫып ала. 1100-ҙән ашыу кеше әсиргә (аманатҡа) алынып, үтә ауыр һәм хәүефле шарттарҙа тотола. Күбеһе уҡыусылар...

3 сентябрҙә ФСБ көстәре мәктәпте штурмларға ҡарар итә. Был көн тураһында яҙыуы йән өшөткөс...

Теракт һөҙөмтәһендә 333 кеше һәләк була, шуларҙың 186-һы балалар, 111-е уларҙың ата-әсәләре, 17 уҡытыусы, 10 Именлек хеҙмәткәре, 6 ҡотҡарыусы, 2 МЧС һәм 1 МВД вәкиле. Бынан тыш, 800-гә яҡын кеше төрлө тән йәрәхәте ала.

Иҡтисади юғалтыуҙарҙы ла һанағандар – 34 миллион һум. Әммә кеше ғүмерҙәрен бер ниндәй һандарға ла һалып булмай...

2020 йылға ҡарата, теракт буйынса тикшереү эше һаман да асыҡ, имеш...

 

Фото: ТАСС.

 

Бөгөн – Беслан ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Бөгөн – Беслан ҡорбандарын иҫкә алыу көнө
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас