Яңылыҡтар таҫмаһы
3 Сентябрь 2021, 09:29

Алдан аҡса хәстәрләй тороғоҙ

Көҙ етте, көндәр тиҙ генә һыуытыр ул. Йылытыу миҙгеле башлана. Халыҡҡа аҡсаны алдан түләргә тәҡдим итәләр.

Алдан аҡса хәстәрләй тороғоҙАлдан аҡса хәстәрләй тороғоҙ
Алдан аҡса хәстәрләй тороғоҙ

Беҙ йәй көнө йылылыҡ өсөн түләмәйбеҙ. Миҙгел башлана, батареялар йылыта, шунда ғына квитанция килә. Йылылыҡ биреүсе ойошмалар аҡсаны әленән үк иҫәпкә һалырға кәңәш бирә. Йәнәһе, аванс була, һуңынан "переплата" тип кире ҡайтаралар. Был финанс көсөргәнешен кәметәсәк, ти белгестәр.

Халыҡ йылылыҡ өсөн былтыр декабрҙә “ат хаҡы” аҡса түләткәнде онотмаған әле. Күптәре кире иҫәпләтә алмай йөрөнө. Хәҙер килеп, нисек алдан түләп ҡуйһындар?

Фото: vk.com

Алдан аҡса хәстәрләй тороғоҙ
Алдан аҡса хәстәрләй тороғоҙ
Автор:Алһыу Ишемғолова
Читайте нас