Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентябрь 2021, 10:41

Туристар һаҡ булығыҙ: айыуҙар әүҙемләшә

 Башҡортостанда туристарҙы айыуҙарҙың көҙгөһөн әүҙемләшеүе хаҡында иҫкәртәләр.  

Туристар һаҡ булығыҙ: айыуҙар әүҙемләшәТуристар һаҡ булығыҙ: айыуҙар әүҙемләшә
Туристар һаҡ булығыҙ: айыуҙар әүҙемләшә

 Тап ошо осорҙа айыуҙың кешеләр менән осрашыу осрағы йышая.   

  «Башҡортостан» милли паркы айыуҙар күбәйеү сәбәпле, бер нисә кемпингты ябыу тураһында иғлан итә.    «Йәйге миҙгел тамамланыу менән Бөрйән районының Ағиҙел йылғаһы буйындағы «Антонов ҡаяһы» һәм Нөгөш һыуһаҡлағысындағы  «45-се квартал», «2-се пост», «Ясная поляна» кемпингтарында  туристарҙы ҡабул итмәйбеҙ.  Уларға юл ябыҡ.  Хәҙер бушап ҡалған биләмәләрҙә айыуҙар хужалыҡ итә», — тип хәбәр итәләр милли парктан.

  «Башҡортостан» милли паркы Бөрйән, Мәләүез, Күгәрсен райондары биләмәһендә урынлашҡан. 

Кешегә айыу менән осрашырға тура килһә, нимә эшләргә – белгестәр түбәндәге кәңәштәрҙе бирә:  

— бер ҡасан да айыуға яҡын килмәгеҙ;

— айыуҙы ҡурҡытмағыҙ, юғиһә ул һеҙгә һөжүм итеүе ихтимал ;

— ҡулдарғыҙҙы өҫкә күтәреп, дуҫтарығыҙ менән бергә тупланып, үҙегеҙҙе күмәк һәм ҙур итеп күрһәтергә тырышығыҙ. Айыуҙар донъяһында  күләм хәл иткес роль уйнай;

 — бер ҡасан да айыуҙан ҡасмағыҙ. Ул ҡыуырға ярата, артығыҙҙан баҫтыра башлауы ихтимал.   Йыртҡысҡа йөҙ менән боролған килеш яйлап ҡына унан алыҫлашығыҙ.   

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас