Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентябрь 2021, 12:00

Өфөнөң ҡайһы паркын иң беренсе тәртипкә килтерерҙәр?

Барыһы ла һеҙҙең ҡулда, иптәштәр. Бының өсөн БР Башлығы Радий Хәбировтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенә ҡуйылған яҙмала баш ҡаланың ниндәй паркы тәү сиратта төҙөкләндерелергә тейеш тигән һорау алыуҙа ҡатнашығыҙ. Һылтанмаһын да бирәбеҙ: https://vk.com/wall413272232_674177

Өфөнөң ҡайһы паркын иң беренсе тәртипкә килтерерҙәр?Өфөнөң ҡайһы паркын иң беренсе тәртипкә килтерерҙәр?
Өфөнөң ҡайһы паркын иң беренсе тәртипкә килтерерҙәр?

Һорауламала әлегә Нефть химиктары паркы беренсе бара - 7251 кеше тауыш биргән (33.53 %). Унан ҡала Димдең Үҙәк паркы килә - 4666 тауыш (21.58 %).

Ашығығыҙ! Киләһе аҙнаның шәмбеһендә, йәғни 11 сентябрҙә тауыш биреү ябыласаҡ!

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас