Яңылыҡтар таҫмаһы
2 Сентябрь 2021, 09:00

Баш ҡаланың "Тулҡын" паркында реконструкция дауам итә

Өфөнөң Ленин районына ингән Затон биҫтәһендәге "Тулҡын" паркын үҙгәртеп ҡороу 2018 йылда уҡ башланған ине. Әле төҙөүселәргә эште тамамлау өсөн һанаулы ғына ваҡыт ҡалған.

Баш ҡаланың "Тулҡын" паркында реконструкция дауам итәБаш ҡаланың "Тулҡын" паркында реконструкция дауам итә
Баш ҡаланың "Тулҡын" паркында реконструкция дауам итә

 Бында йәйәүлеләр һәм велосипедта йөрөү өсөн юлдар яңыртылған, спорт майҙансығы, workout зонаһы, скейт паркы барлыҡҡа килгән.

Былтырҙан алып бында төҙөкләндереүҙең өсөнсө сираты башланған. Атап әйткәндә, амфитеатр төҙөлгән, күл тирәһе тәртипкә килтерелгән. Өҫтәүенә бында яңы яһалма һыу ятҡылығы барлыҡҡа килгән. 

Әле эштәрҙе башҡарыу өсөн электрон аукцион иғлан ителгән. Амфитеатр төҙөлөшөн тамамлау 5 млн һум аҡсаға баһаланған. Подрядсы билдәле булыу менән ул йомғаҡлау эштәренә тотонасаҡ. 

Автор:Айбулат Ишназаров
Читайте нас