

Башҡортостандың гидрометүҙәге белгестәре күҙаллауынса, быйылғы сентябрь үткән йылдарҙағынан әллә ни айырылмаясаҡ. Һауа температураһының күп йыллыҡ уртаса күрһәткестәр кеүек булыуы фаразлана.
Өфөлә сама менән шулай: көндөҙ +17, төндә +6 градус.
Был ай ямғырҙары менән дә аптыратмаҫ. Рекорд ҡуйылмаҫ йәғни.
Рәсәйҙең баш синоптигы Роман Вильфанд белдереүенсә, һалҡынса көн торошо “әбейҙәр сыуағы” алдынан була. Быйыл уны ай урталарында көтәләр.
Фото: Юлай Кәримов.