Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентябрь 2021, 06:31

Радий Хәбиров мәктәптә ут асты!

Бының видеояҙмаһы менән республика Башлығы социаль селтәрҙә уртаҡлашҡан.

Радий Хәбиров мәктәптә ут асты!Радий Хәбиров мәктәптә ут асты!
Радий Хәбиров мәктәптә ут асты!

Бөгөн Радий Хәбиров Өфө районының Зубов ауылында яңы белем усағын асыу тантанаһында ҡатнашты. Радий Фәрит улы мәктәп бүлмәләренең береһендә электрон тирҙы һынап ҡараны һәм сәптең ҡап уртаһына эләктерҙе.

Әйткәндәй, быйыл Башҡортостанда 9 мәктәп файҙаланыуға тапшырыла, барыһы 6 322 урын булдырыласаҡ. Дөйөм алғанда, һуңғы ике йылда 9916 урынлыҡ 28 мәктәп төҙөлгән. Республика етәксеһе әйтеүенсә, беҙҙә ремонт талап ителгән һәм артыҡ тулы булған мәктәптәр күп, шуға күрә артабан күберәк төҙөргә һәм булғандарын яңыртырға кәрәк.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас