Яңылыҡтар таҫмаһы
1 Сентябрь 2021, 06:35

Ата-әсәләргә "больничный" 100 процент түләнә

1 сентябрҙән башлап ата-әсәләргә мәктәпкәсе йәштәге балалары өсөн «больничный» 100 процент түләнәсәк.

Ата-әсәләргә "больничный" 100 процент түләнәАта-әсәләргә "больничный" 100 процент түләнә
Ата-әсәләргә "больничный" 100 процент түләнә

 Хеҙмәт стажына ҡарамайынса, ете йәшкә тиклемге балалары булған ата-әсәләр барыһы ла  ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса 100 процент пособиеға дәғүә итә ала.

Быға тиклем ул биш йылға тиклем хеҙмәт стажы булған ата-әсәгә – хеҙмәт хаҡының 60 проценты, ете йылға тиклем хеҙмәт стажы булғандарға – 80 процент һәм 8 йылдан 25 йылға тиклем хеҙмәт стажы булғандарға 100 процент түләнә ине. Йәш ата-әсәнең хеҙмәт стажы бәләкәй булғанлыҡтан, был ғаиләнең матди хәленә лә ныҡ ҡына йоғонто яһай ине.

 Ошоға бәйле «Берҙәм Рәсәй» партияһы депутаттары Дәүләт Думаһына закон проекты тәҡдим итте. Уны Рәсәй Президенты Владимир Путин да хупланы.

Яңы закон проекты  ата-әсәгә сирләгән баланы ҡарағанда 100 процент больничный түләүҙе һәм был осраҡта ғаилә килемен тулыһынса һаҡлап алып ҡалыуҙы тәьмин итә.

 

Автор:Сажиҙә Лотфуллина
Читайте нас