Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Августа 2021, 07:16

Шағир ҡәберенә тыуған еренән килтерелгән бер ус тупраҡ һалынды

Күренекле шағир Рәми Ғариповтың 90 йыллығына әҙерлек башланды.

Шағир ҡәберенә тыуған еренән килтерелгән бер ус тупраҡ һалындыШағир ҡәберенә тыуған еренән килтерелгән бер ус тупраҡ һалынды
Шағир ҡәберенә тыуған еренән килтерелгән бер ус тупраҡ һалынды

Яратҡан шағирыбыҙ, Рәми иҫән булһа, киләһе йыл февраль айында уға 90 йәш тулған булыр ине. Ошо көндәрҙә БР Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Салауат районы хакимиәте вәкилдәре менән осрашыу үткәрҙе, һүҙ оҫтаһының ҡәберенә сәскәләр һалынды. Киләһе йылға саралар планы төҙөлдө, бурыстар ҡуйылды.

Салауат районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Марат Ғилманов ошо көндәрҙә шағирҙың тыуған төйәгендә үткән «Рәми рухы» хәтер кисәһе тураһында һөйләне.
«Мәғлүм булыуынса, 2022 йылдың февралендә Рәми Ғариповтың тыуыуына 90 йыл. Беҙ юбилей сараларын көтөп ятмайбыҙ. Рәми Ғариповтың тормош юлына һәм ижадына арналған саралар әле үк башланды. Йәштәр инициативаһы менән «Рәми рухы» хәтер кисәһе үтте. 25 августа Салауат районы Арҡауыл ауылында йәмле Йүрүҙән буйында урынлашҡан «Монай» туристик базаһында йыйылдыҡ. Йәштәр өсөн спорт уйындары, «Беҙ батырҙар төйәгенән!» исеме аҫтында квест-уйын үткәрелде. Шулай уҡ, кисә ауыл биләмәләре араһында эстафетаға старт бирелде. Февралгә тиклем ауылдарҙа хәтер кисәләре үткәреләсәк», - ти Марат Ғилманов.

Салауат районы вәкилдәре Рәми Ғариповтың тыуған йорто нигеҙенән тупраҡ алып килгән. Изге тупраҡҡа шағир рухы шатланһын, ти салауаттар.

«Бына ошондай хәтер кисәләре ойошторола икән, тимәк, халҡыбыҙҙың рухы һүнмәгән, телебеҙ бар, телебеҙ йәшәй. Шәхес халыҡты күтәрә, шәхестәре менән халыҡ бөйөк була. Халыҡтың күңеленә һалырға кәрәк - шәхестәрен данлағанда ғына халыҡ көслө була. Шәхестәребеҙҙе яҡларға, данларға кәрәк», - тине филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисаметдинова.

 

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас