Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
31 Август 2021, 13:33

«Киске Өфө»гә кем һөжүм иткән?

Бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә редакцияға билдәһеҙ ир инә һәм унда эшләгән хеҙмәттәштәребеҙҙе таларға маташа.

«Киске Өфө»гә кем һөжүм иткән?
«Киске Өфө»гә кем һөжүм иткән?

Был ҡурҡыныс хәл хаҡында гәзит хеҙмәткәре Артур Батыршин һөйләй:

«Барыбыҙ ҙа бер бүлмәлә ултыра инек, бер ваҡыт ҡабул итеү кабинетында сәйер тауыштар ишетелә башланы, кемдер ҡыштырлап йөрөгән кеүек. Баш мөхәрриребеҙ тикшерергә сыҡҡайны, ҡысҡыра башланы... Уның артынса мин дә коридорға йүгерҙем, билдәһеҙ ир мине күреү менән ҡасырға тотондо. «Бурҙы тотоғоҙ» тип ҡысҡырыуыбыҙға тағы ла ике ир ярҙамға килде, күмәкләп артынан баҫтырабыҙ. Ике йорттоң ихатаһын үткәс, тегенең хәле бөттө. Тотоп алдыҡ... Күҙемә боросло шыйыҡса һирпеп, артабан ҡасты. Был юлы егеттәр уны тота алманы, йорттар араһына инеп юғалды».

Артур Батыршиндың әйтеүенсә, бындай хәл беренсегә ҡабатланмай. Ярты йыл самаһы элек билдәһеҙ кешеләр редакция ишеген емереп, хеҙмәткәрҙәрҙең аҡсаһын урлаған булған.

Бурҙың бүрке яна, тиҙәр... Бер ни ҙә урламаһа, ул ир шул рәүешле ҡасып бармаҫ ине. Редакция хеҙмәткәрҙәре түбәндәге видеояҙманы интернет селтәренә таратҡан һәм урлашҡан әҙәмде эҙләп табыуҙа ярҙам һорай.

Автор:Инсаф Хужабирганов
Читайте нас: