

Улар араһында йәмәғәт, сәнәғәт, сәнғәт эшмәкәрҙәре, уҡытыусылар, журналистар һәм башҡа өлкәләрҙән хеҙмәткәрҙәр бар.
Иҙрис Ғәзиев менән Хөрмәтулла Үтәшевҡа «Дуҫлыҡ» ордены, Эльвира Юнысова менән Илшат Тажетдиновҡа II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены, Әминә Шәфиҡоваға «Халыҡтар дуҫлығы» ордены тапшырылды, Асҡар Абдразаҡов менән Тәнзилә Хисамова «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы» исемен алды. Яҙыусы Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләнде. Уларҙы һәм башҡа бик күп наградланыусыларҙы ихлас күңелдән ҡотлайбыҙ, артабанғы эштәрендә уңыштар теләйбеҙ!