Яңылыҡтар таҫмаһы
30 Август 2021, 15:58

Белорет районындағы урман янғындарына бәйле мәғлүмәт

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, Белорет районы биләмәһендә өс урман янғыны усағы бар, уларҙың икеһе Инйәр зонаһында теркәлгән.

Белорет районындағы урман янғындарына бәйле мәғлүмәтБелорет районындағы урман янғындарына бәйле мәғлүмәт
Белорет районындағы урман янғындарына бәйле мәғлүмәт

Бер участокта 210 гектар ер һөрөлөп, ут кәртәләнгән.

Мулдаҡай урмансылығында 1500 гектарҙан ашыу ер яна. 45 саҡрымдан ашыу ер ҡат-ҡат һөрөлгән (киңлеге 6-10 метр). Утты һүндереүҙә урмансылар, бульдозеристар, МЧС хеҙмәткәрҙәре, ҡотҡарыусылар ҡатнаша.

Межгорье ҡалаһы янында ла тиҫтәләрсә гектар ерҙә урман яна. Ҡаялы урындарҙы һүндереүе бик ауырға төшә. 

Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.

Автор:Баныу Ҡаһарманова
Читайте нас